

Урғалы ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Робин» позывнойлы яҡташыбыҙ Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән, тип хәбәр итә Балаҡатай районы хакимиәте. Хәрби часть командирының муниципалитетҡа ебәргән хатында Башҡортостан яугиренең алыш ваҡытында ҡыйыулығы һәм тәүәкәллеге өсөн юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булыуы хаҡында әйтелә.
«Робин» танк экипажы составында хеҙмәт итә. Штурмлау төркөмөнә ярҙам күрһәтеү буйынса хәрби операцияларҙың береһендә танкистар дошмандың БПЛА-һы һөжүменә дусар булған. Рәсәйҙең хәрби техникаһы үҙ маҡсатына өлгәшкән, ләкин үҙе лә зыян күргән.
«Робин» ҡаты яраланған һәм уң ҡулын юғалтҡан, ләкин шундай хәлдә лә ул танкты хәүефһеҙ урынға сығарған, бер нисә йөҙ метр үтеп, үҙенең дә, иптәштәренең дә ғүмерен һаҡлап ҡалған», — тип хәбәр итә Балаҡатай районы хакимиәтенең телеграм-каналы.
Хәҙер «Робин» госпиталдә дауалана.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.