07:17 (UTC+5), 08 Октября 2024

Өфө журналисы Павел Самойлин Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде

Фото: Башҡортостандың халыҡ фронты
Эдуард Ҡусҡарбәков

Журналист һәм күп балалы атай Павел Самойлин Рәсәй президенты указына ярашлы Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.

Павел Самойлин 2023 йылдың ноябрендә контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уның позывнойы — «Ҡайтыр». Быйыл апрель башында яугир мөғжизә менән генә иҫән ҡалған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡайтыр» хәрби операция ваҡытында дрон-камикадзе һөжүменә дусар булған. Яҡташыбыҙ ҡаты яраланған, аңын юғалтып, дүрт көн буйына емереклектәр аҫтында ятҡан. Алыш тынғас, иптәштәре яу урынына килеп, уны эвакуациялаған. Уларҙың береһе Бишбүләк егете, «Колос» позывнойлы яугир булып сыҡҡан.

Быйыл июлдә БСТ эфирында Павел Самойлин фронтта иң ҡурҡынысы нимә икәне хаҡында һөйләне.

«Бер ҡасан да яраланып, бер нисә тәүлек буйына нейтраль һыҙатта ярҙам көтөп ятырмын тип уйламайһың. Әммә иң мөһимен әйтәм. Ҡурҡыу — ғәҙәти күренеш. Ҡурҡыу һеҙҙе еңһә һәм һуғышҡа барырға, дуҫтарыңа ярҙам итеүҙән ҡурҡһаң, бына ошо иң ҡурҡынысы», — тине Павел Самойлин.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-10-08/zhurnalist-iz-ufy-pavel-samoylin-nagrazhdyon-ordenom-muzhestva-3959306

«Башҡорт батальоны» телеграм-каналы«Башҡорт батальоны» телеграм-каналы
Фото: «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика