Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә 2024 йылдың ете айында халыҡтың миграция үҫеше статистикаһы менән таныштырҙы. Халыҡ һаны 2014 кешегә артҡан.
— Яҡшы күрһәткес, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Беҙгә эшсе көстәр ҙә, халыҡ та күсеп килә, бик яҡшы. Был иһә йәмғиәттең торошо һәм төбәктең иҡтисади хәле күрһәткестәренең береһе.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда халыҡтың миграция үҫеше күҙәтелә. Быйыл Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында, Башҡортостандан тыш, ике төбәктә халыҡтың миграция иҫәбенә артыуы теркәлгән: Татарстанда (+3716) һәм Удмуртияла (+578). Дөйөм алғанда, Волга буйы федераль округында халыҡтың 3667 кешегә кәмеүе күҙәтелгән.