06:32 (UTC+5), 04 Октября 2024

Йәш шахматсы приз аҡсаһын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тапшырған

Фото: Туймазы районы хакимиәтенең телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостандың йәш шахматсыһы үҙенең приз аҡсаһын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тапшырған. Спортсының изге ғәмәле тураһында Туймазы районы хакимиәте хәбәр итте.

Ҡыҙҙың исеме Алиса. Ул дүртенсе йыл Туймазы спорт мәктәбендә шахмат менән шөғөлләнә, муниципаль һәм республика ярыштарында уңышлы сығыш яһай.

Быйыл яҙ Алиса ҡыҙҙар араһында район беренселегендә еңеү яулаған. Социаль селтәрҙә махсус хәрби операция яугирҙәренә аҡса йыйыу тураһында иғланды күргәс, бүләк аҡсаһын радиоэлектронлы көрәш системаһын һатып алыу өсөн тапшырырға ҡарар иткән.

Августа шахматсыбыҙ Башҡортостан беренселегендә блиц буйынса өсөнсө урынға лайыҡ булған һәм йәнә приз аҡсаһын хәрби хеҙмәткәрҙәргә скотч һатып алған ирекмәндәргә биргән.

«Алиса ла әсәһе өлгөһөндә яугирҙәргә ярҙам итергә тырыша, сөнки ханым «Маскита» клубында ойошторолған маскировка селтәрҙәре үреү, гуманитар ярҙам йыйыу, йоҡа плащтар тегеү эшендә әүҙем ҡатнаша. Алиса һәм уның әсәһенә рәхмәт белдерәбеҙ», — тип хәбәр иттеләр муниципалитеттан.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-10-04/yunaya-shahmatistka-iz-bashkirii-peredala-na-svo-prizovye-dengi-3955370

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика