Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2024, 10:15

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошона фараз бирҙе

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошона фараз бирҙе. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә һауа температураһының әкренләп түбәнәйә.

Бөгөн, 4 октябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +13, +18°.

Шәмбе, 5 октябрҙә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°, урыны менән -5°тиклем, көндөҙ +13, +18°.

Йәкшәмбе, 6 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы төндә +3, +8°, урыны менән -2°, көндөҙ +12, +17°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-04/sinoptiki-dali-prognoz-pogody-na-vyhodnye-v-bashkirii-3955161

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас