Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2024, 14:32

Башҡортостандың район үҙәгендә поликлиника төҙөлөшө тамамлана

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы
Фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы

Кушнаренкола өс ҡатлы поликлиника төҙөлөшө тамамланып килә. Әлеге ваҡытта бында эске биҙәкләү эштәре алып барыла, медицина учреждениеһы ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Поликлиника «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел звеноны яңыртыу» төбәк проекты сиктәрендә төҙөлә. Әҙерлек – 79%, эштәрҙе октябрҙә тамамлау күҙаллана, тип хәбәр итте Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Төҙөүсе, төҙөлөш эштәренән тыш, эргә-тирә биләмәне лә тәртипкә килтергән. Объекттың дөйөм майҙаны – яҡынса 5 мең квадрат метр. Яңы поликлиниканың беренсе ҡатында рентген диагностикаһы бүлексәһе һәм дөйөм бүлмәләр булһа, икенсеһендә – эндоскопия бүлексәһе, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, терапевтар кабинеты һәм башҡалар. Өсөнсө ҡатта физиотерапия һәм терапия бүлексәләре асыла. Поликлиниканың балалар бүлексәһе өлкәндәрҙекенән айырым урынлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-04/v-raytsentre-bashkirii-zavershaetsya-stroitelstvo-polikliniki-3955943

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас