

«Умнее всех» — интеллектуаль телевикторина. Балалар дүрт раундтан торған интеллектуаль ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеп, балл туплай. Уйындың аҙағында ошо балл ысын аҡсаға әйләндерелә, еңеүсе аҡсалата бүләк алып, суперфиналға сыға.
Өсөнсө миҙгелдең беренсе сығарылышында Өфөнән 12 йәшлек Захар Байрамғолов үҙ көсөн һынай. Захар контур буйынса ғына теләһә ниндәй илде билдәләй ала. Уҡыусы географияны ныҡлап өйрәнә һәм IT-белгес булырға хыяллана.
Йәш яҡташыбыҙ аҡсалата бүләк отормо-юҡмы, быны бөгөн, 3 октябрҙә, киске сәғәт 10-да «Пятница!» телеканалын ҡарағас белергә мөмкин.
Телевикторинала 10-15 йәшлек балалар уйнай. Улар араһында программалау, геосәйәсәт, шахмат, вексиллология, менталь арифметика, серпентология һәм башҡа өлкәләрҙе яҡшы белеүселәр бар. Проектты Тина Канделаки алып бара. Өсөнсө миҙгел 12 уйындан һәм суперфиналдан тора.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.