Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь 2024, 14:36

Бөгөн Ерҙә магнит дауылы башлана

Бөгөн кис Ерҙә магнит дауылы башлана һәм икенсе көндө лә кискә тиклем дауам итә. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында «Фобос» һауа торошо үҙәге белгесе Михаил Леус хәбәр итте.

«Бөгөн кис, Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт 9-ҙан һуң, Ерҙә еңелсә — G1 класлы магнит дауылы башланыр тип көтөлә. Артабан ул көсәйә, йома иртәһендә (Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге 6-нан һуң) магнит дауылы G3 класлы тип баһалана. Һуңынан шәмбегә, киске сәғәт 9-ға тиклем дауам итә», — тиелә хәбәрҙә.

Киләһе аҙнаның башында ғына планетаның магнитосфераһы тыныс хәлгә ҡайта, тип өҫтәне белгес.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-03/segodnya-na-zemle-nachnetsya-magnitnaya-burya-3954520

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас