07:51 (UTC+5), 02 Октября 2024

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә ВСУ дронын бәреп төшөргән һәм иптәштәрен ҡотҡарған

Фото: Салауат Ғилмиевтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостан яугире махсус хәрби операция биләмәһендә бер яу ваҡытында ВСУ-ның пилотһыҙ осҡосон юҡ итеп, иптәштәрен ҡотҡарған. Яңауыл районы Ҡарман ауылының батыр йөрәкле егете тураһында муниципалитет башлығы Салауат Ғилмиев хәрби часть командирынан ошондай йөкмәткеле хат алған.

Яҡташыбыҙ 2022 йылда мобилизацияланған, ул мотоуҡсылар батальонында водитель. Ай ярым самаһы элек ефрейтор эвакуация төркөмө составында хәрби бурысын үтәгәндә яраланған алты полкташын артиллерия һәм миномёт уты аҫтынан алып сыҡҡан. FPV-дрондарҙың аяуһыҙ һөжүм итеүенә ҡарамаҫтан, ул яралыларҙы эвакуациялау эшен дауам иткән. Дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары күбәйгәс, яугир үҙенең автоматынан ут асҡан һәм береһен  юҡ иткән.

Ҡыйыу башҡорт яугире яраланған иптәштәренең һәм эвакуация төркөмө хәрбиҙәренең ғүмерен ҡотҡарып ҡалған, тип яҙа командир. А.С. әле лә хәрби бурысын үтәй. Эвакуация төркөмө составында ул подразделениеларға боеприпастар, эсәр һыу һәм аҙыҡ-түлек ташый.

«Шундай хаттарҙы уҡығас, егеттәребеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәһең. Яңауыл халҡы исеменән һеҙгә ҡыйыулығығыҙ һәм батырлығығыҙ, Ватанға тоғро хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм», — тип яҙҙы Салауат Ғилмиев үҙенең телеграм-каналында.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-10-02/uchastnik-svo-iz-bashkirii-sbil-dron-vsu-i-spas-tovarischey-3953103

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика