

Владимир Путин 26 сентябрҙә дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы, документ бөгөн рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар.
Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланды.
Бөрө районы «Буревестник» спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Зөфәр Ситдиҡов Физик культура һәм спорт өлкәһендәге хеҙмәттәре, күп йыллыҡ намыҫлы эше өсөн «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.