«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы директоры урынбаҫары, республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Уйылдан Ғәлин вафат. Билдәле журналистың үлеме тураһында уның ҡатыны хәбәр итте. Уйылдан Нурғәли улына 45 йәш ине.
«Башинформ»ға билдәле булыуынса, уның менән бәхилләшеү 30 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-да Өфө Телеүҙәге алдында була.
Уйылдан Ғәлин тәүҙә радиотапшырыуҙар системаһында, һуңынан телевидениела эшләне. Үҙенең карьераһында ул меңгә яҡын репортаж, сюжет, интервью һәм тура эфир әҙерләгән.
Уның ике ҡыҙы ҡалды. «Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.