Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь 2024, 10:21

Республикала көҙгөсә һалҡын һауа торошо фаразлана

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 30 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +19, +24°.

Шишәмбе, 1 октябрҙә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡҡа, төньяҡ-көнсығышҡа үҙгәртеп талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә  +3, +8°, көндөҙ +17, +22°.

Шаршамбы, 2 октябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡҡа, төньяҡ-көнсығышҡа үҙгәртеп талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1, +6°, төньяҡ һәм таулы райондарҙа -4° тиклем, көндөҙ +12, +17°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-30/v-bashkirii-prognoziruetsya-po-osennemu-prohladnaya-pogoda-3949282

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас