Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь 2024, 12:58

Башҡортостандың 44 муниципалитетында йылытыу миҙгеле башланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова муниципалитеттар йылытыу миҙгелен башлау көнөн үҙҙәре билдәләүен хәтергә төшөрҙө. Бөгөнгә 44 муниципалитетта йылытыу миҙгеле башланды, улар иҫәбендә Күмертау, Межгорье, Октябрьский, Сибай ҡалалары һәм ауыл райондары бар.

Салауатта, Стәрлетамаҡта, Өфөлә, Нефтекамала, Ағиҙелдә һәм бер нисә районда (бөтәһе 19 муниципалитет) ҡарар ҡабул ителмәгән. Әлеге ваҡытта 1450 социаль әһәмиәтле учреждениеға һәм 1646 күп фатирлы йортҡа йылы бирелгән. Көндөҙ һәм төндә температураның ҡапыл үҙгәреүен иҫәпкә алып, Ирина Голованова бөтә муниципалитеттарға 1 октябрҙән – социаль объекттарға, ә 7 октябрҙән торлаҡ йорттарға йылы бирә башларға тәҡдим итте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-30/otopitelnyy-sezon-nachalsya-v-44-h-munitsipalitetah-bashkirii-3950119

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас