08:12 (UTC+5), 27 Сентября 2024

Башҡортостан депутаттары алғы һыҙыҡҡа РЭБ комплекстарын оҙатты

Фото: Валерий Шахов
Иван Вавилов

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары махсус операция биләмәһенә радиоэлектронлы көрәш комплекстарын һәм системаларын оҙатты, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте. Билдәле булыуынса, алғы һыҙыҡҡа 200-ҙән ашыу төр техника, шул иҫәптән яңы быуын рацияһы һәм РЭБ саралары ебәрелде.

«Яугирҙәрҙең һәм хәрби подразделение командирҙарының һорауы буйынса йыйылған йөк фронт һыҙығына оҙатылды. РЭБ-тар бик кәрәк, шул иҫәптән алғы һыҙыҡта эшләгән һәм яралыларҙы һуғыш яланынан алып сыҡҡан санитар автомобилдәргә. Дрондар, тепловизорҙар, медицина препараттары, пиломатериалдар, йылытыу пушкалары, компрессорҙар һәм башҡалар һатып алынды. Егеттәр менән бәйләнеш тотабыҙ һәм уларҙың үтенестәрен тиҙ генә үтәргә тырышабыҙ. Яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән барлыҡ подразделениеларға ярҙам итәбеҙ», —  тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Колоннаны парламент вице-спикеры Салауат Хөсәйенов оҙатып йөрөй.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан депутаттары махсус хәрби операция өсөн өсөн 45 миллион һум аҡса йыйған.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-09-27/deputaty-bashkirii-otpravili-na-peredovuyu-kompleksy-reb-3947046

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика