Өфө уҡыусыһы Рәсәйҙең иң яҡшы полиграфистары иҫәбенә инде. Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы Сөләймән Буранҡаев Новосибирскиҙа «Полиграфик технологиялар» компетенцияһы буйынса «Профессионалдар» Бөтә Рәсәй чемпионат хәрәкәтенең төбәк-ара этабында юниорҙар араһында бронза миҙал яуланы.
Ярышта төбәк этабында еңгән бер нисә команда ҡатнашты. Улар — Новосибирск, Өфө, Можайск, Рыбинск, Мәскәү, Ырымбур, Санкт-Петербург, Ҡазан вәкилдәре.
Әйткәндәй, «Полиграфик технологиялар» компетенцияһы эшсе йүнәлештәр исемлегенә инһә лә, заманса технологиялар, баҫма техника һәм компьютерҙар өлкәһендә төплө белем талап итә. Башҡортостан бер нисә йыл ошо өлкәлә лайыҡлы урын биләй.
Уҡыусының әсәһе Гөлнара Хәлфетдинова һүҙҙәренсә, Сөләймән был этаптың финалсылары араһында иң бәләкәйе булыуына ҡарамаҫтан, полиграфия өлкәһендәге ныҡлы белемен һәм оҫталығын күрһәтә алған. Өфөлә полиграфия уҡыу йорто — Советтар Союзы Геройы С. Бикеев исемендәге һөнәри колледж булыуы Башҡортостан командаһы өсөн ҙур уңыш.
«Полиграфик технологиялар» буйынса чемпионаттың төп төркөмөндә ҡатнашыусыларҙы һәм юниорҙарҙы тап ошо колледж уҡытыусылары әҙерләй. Улар — эксперт-компатриот Әмир Йәрмөхәмәтов, «Офсет баҫмаһы» модуле уҡытыусыһы Рөстәм Ямғуров, «Һанлы баҫма» һәм «Техник хеҙмәтләндереү» модуле уҡытыусыһы Азамат Билалов, «Өҫтәмә бурыстар» модуле уҡытыусыһы Альмира Исламова. Тап уларҙың беҙҙең балалар менән эшләүе һөҙөмтәһендә Башҡортостан ошо компетенция буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде», — тип рәхмәт белдерҙе уҡыусының әсәһе.
«Профессионалдар» Бөтә Рәсәй чемпионат хәрәкәте йыл һайын эшсе һөнәрҙәрҙең 240 тармағы һәм юғары технологияларҙың 16 йүнәлеше буйынса үткәрелә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.