Өфө мэры Ратмир Мәүлиев 25 сентябрҙә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Курскиға эш сәфәре хаҡында хәбәр итте. Алда пландар күп, тип билдәләне ул.
«Тәүҙә «Ральф» позывнойлы хеҙмәттәшебеҙ менән осраштыҡ. Ул беҙҙең элекке коллега, Эске эштәр министрлығы структураһында эшләне, ҡалала йәмәғәт тәртибен тәьмин итте. Бөгөн иһә ул егеттәребеҙ менән Ватан һағында, алғы позицияларҙа. Улар иңендә — Курск һәм Белгород өлкәләре именлеге. Хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн автомобиль, радиоэлектронлы көрәш сараларын тапшырҙыҡ, — тине ҡала мэры.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Курск өлкәһенә бронетехника ебәрергә әҙерләнә.
https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-09-25/mer-ufy-pribyl-v-kursk-3944255