Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2024, 16:15

Башҡортостанда Салауатҡа илткән юл участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ – Салауат юлында эштәр тамамланды. Стәрлетамаҡ – Салауат –Ишембай киҫелешенән алып Салауатҡа илткән 1,4 саҡрым юл участкаһында асфальт-бетон алмаштырылған, юл ситтәре нығытылған һәм билдәләр һыҙылған. Яҡын арала участка файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

– Стәрлетамаҡ – Салауат трассаһы – мөһим транспорт артерияһы. Был юл эре сәнәғәт үҙәктәре араһында транспорт бәйләнешен булдыра. Көн һайын унан меңләгән автомобиль үтеп китә. Шуға күрә ошо юлды тәртиптә тоторға тырышабыҙ, –  тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Быйыл республикала милли проект сиктәрендә 61 саҡрымдан ашыу юлды ремонтлау планлаштырыла. Мәҫәлән, Магнитогорск –  Ира юлында ла ремонт эштәре бара.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2024-09-25/v-bashkirii-otremontirovali-uchastok-dorogi-k-salavatu-3944487

 

 

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас