Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2024, 14:14

Башҡортостанда биш йылда 8171 подъезд тәртипкә килтерелгән

Радий Хәбиров, социаль селтәрҙәр
Фото: Радий Хәбиров, социаль селтәрҙәр

Башҡортостанда быйылға планлаштырылған подъездарҙы ремонтлау эштәре тамамлана. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, 38 йортта 115 подъезд файҙаланыуға тапшырылған. Өфөлә бер йортта дүртәү ҡалған, унда ла тиҙҙән тамамлана.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, эштәр исемлегендә стеналарҙы буяу, ишектәрҙе яңыртыу, беренсе ҡатта плитка, яңы тамбур ишеге, пластик тәҙрәләр, почта йәшниктәре, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар бар. Әйткәндәй, буяуҙың төҫөн йортта йәшәүселәр һайлай. Подрядсы ремонт эштәрен тамамлағас, улар башҡарылған эштәр актына ҡул ҡуйырға тейеш.

«2019 йылдан башлап Башҡортостанда 8171 подъезд тәртипкә килтерелгән. Маҡсатыбыҙ — халыҡтың тормошон мөмкин тиклем уңайлыраҡ итеү. Был эште дауам итәбеҙ, — тине Радий Хәбиров. — Иртәнсәк таҙа, матур подъезға сығыу мөмкинлеге булһын, балалар яңыртылған, хәүефһеҙ ихаталарҙа уйнаһын, ғаиләләр күркәм парктарҙа ял итһен тип ҡабатлауҙан туҡтамайым».

Бынан алдараҡ «Башинформ» «Башҡортостан ихаталары»на 6,5 миллиард һум аҡса һалыныуы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-25/v-bashkirii-za-pyat-let-priveli-v-poryadok-8171-pod-ezd-3944181

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас