08:18 (UTC+5), 23 Сентября 2024

«Башинформ»дың «Бәхет — ул бергә» медиапроекты илдә иң яҡшыһы тип танылды

Фото: Ксения Калинина
Дарья Субботина, Анстасия Другова

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының «Бәхет — ул бергә» махсус проекты Сочиҙа «Бөтә Рәсәй-2024» медиафорумының һөнәри конкурсында еңеү яуланы. Башҡортостандың төп мәғлүмәт агентлығының медиапродукты «Йылдың махсус проекты/ акцияһы» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Илдең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев төп бүләкте — Рәсәй Журналистар союзы статуэткаһын һәм еңеүсе дипломын «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдиновҡа тапшырҙы.

Конкурсҡа тотош илдән меңгә яҡын эш килгән. «Махсус проект» номинацияһында — 252, «Киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы аккаунт» номинацияһында 98 ғариза бирелгән.

«Бәхет — ул бергә» проекты — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы коллективының берлектәге эш һөҙөмтәһе. Уны бойомға ашырыу өҫтөндә ҙур команда эшләй: генераль директор вазифаһын башҡарыусы Дилә Сәғитова, баш мөхәррир Руслан Шәрәфетдинов, баш мөхәррир урынбаҫары Ольга Горюнова, баш бухгалтер Екатерина Амплева, проекттың координаторы Екатерина Камалова, хәбәрсе Әлфиә Әһлиуллина, фотохәбәрсе Валерий Шахов, бильдредактор Татьяна Кадыкова. Шулай уҡ «Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары» йәмәғәт ойошмаһы проекттың партнеры булып тора.

«Башинформ»дың баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов билдәләүенсә, һөнәрилек һәр ваҡыт һәр ерҙә булырға тейеш.

«Был проектта — бигерәк тә, сөнки беҙҙең геройҙар — һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр», — тип билдәләне Руслан Шәрәфетдинов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-23/spetsproekt-i-stati-bashinforma-otmecheny-nagradami-soyuza-zhurnalistov-rossii-3940913

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика