Ҡырмыҫҡалы районында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Кубок өсөн «Йәйге шайморатовсылар уйындары»ның йомғаҡлау этабы уҙа. Был турала Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.
«Уҡыусыларҙы строй әҙерлеге, строй йырын башҡарыу, спорт дисциплиналары, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса ярыштар көтә», — тине Илдар Мәүлитбирҙин.
Йәйге шайморатовсылар уйындары 28 сентябрҙә уҙғарыла. Турнирҙың абсолют еңеүсеһенә Шайморатов исемендәге күсмә Кубок тапшырыла.