09:01 (UTC+5), 20 Сентября 2024

Радий Хәбиров «Китап» нәшриәтенең яңы магазинында булды

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин

Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Китап» нәшриәтенең яңы фирма магазинында булды. Магазин 2024 йылдың 14 сентябрендә Өфөнөң тарихи үҙәгендә асылды (Ленин урамы, 26-сы йорт). Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова һүҙҙәренсә, яңы фирма магазинының сауҙа залында «Китап» һәм «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәттәренең продукцияһы, рус, башҡорт, татар, удмурт, инглиз, немец һм башҡа сит төбәктәрҙең милли әҙәбиәте бар.

Шулай уҡ бында Рус география йәмғиәтенең, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең эксклюзив баҫмаларын һатып алырға мөмкин. Балалар өсөн китаптар, ижад өсөн тауарҙар, өҫтәл уйындары, баш ҡаланың 450 йыллығына арналған сувенир продукцияһы ассортименты киң.

Магазин заманса этностилдә биҙәлгән. Бында яҙыусылар менән осрашыу, журналистар, шағирҙар менән оҫталыҡ дәрестәре, фотокүргәҙмәләр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн саралар үткәреү өсөн махсус урын, китап уҡыусылар өсөн лаунж-зона булдырылған.

Радий Хәбиров нәшриәттең яңы китаптары менән танышты һәм абруйлы ҡунаҡтар китабында үҙенең теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Республика етәксеһе шулай уҡ баш ҡаланың юбилейы айҡанлы баҫылып сыҡҡан Өфө тарихы һәм уның бөгөнгөһө хаҡында ике китап, шулай уҡ «Аҡмулла васыяттары» китабын һатып алды.

«Ленин урамында туристар күп йөрөй. Республика халҡы өсөн дә уңайлы урын, барыһын да беҙҙең нәшриәт магазинына саҡырам, бик матур һәм заманса килеп сыҡты», - тине Радий Хәбиров.

Белешмә:

2024 йылда «Китап» нәшриәте 105 йыллығын билдәләй. 1919 йылдың 16 октябре уның тыуған көнө тип иҫәпләнә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-20/radiy-habirov-posetil-novyy-magazin-izdatelstva-kitap-v-ufe-3938421

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика