Өфө ҡалаһы Ленин районының 18-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтова Рәсәйҙең иң яҡшы 15 тәрбиәсеһенең береһе тип танылды. Ошо көндәрҙә ул «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы - 2024» Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау этабының беренсе турын уңышлы үтте һәм «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың туған телмәрен үҫтереүҙең иң яҡшы тәжрибәләре» номинацияһында конкурс лауреаты исеменә лайыҡ булды.
«Тимәк, Башҡортостан вәкиле конкурстың артабанғы һынауҙарында ла ҡатнаша. Бөгөн лауреаттарҙың икенсе тур һынауҙары башлана. Еңеүсене һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы 21 сентябрҙә Волга буйы физик культура, спорт һәм туризм университетында була», — тип хәбәр итте Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Әлиә Риза ҡыҙы 2020 йылдан 18-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. «Рәсәй тәрбиәселәре» XI Бөтә Рәсәй конкурсы төбәк этабының «Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлауҙың һәм нығытыуҙың иң яҡшы тәжрибәһе» номинацияһында еңеүсе, ҡала кимәлендәге «Педагог-оҫта» һөнәри конкурсында еңеүсе, «Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсында абсолют еңеүсе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы эйә.