Өфөнөң Ленин районы хакимиәте тарихи һыу башняһы эргәһендәге һуҡмаҡты төҙөкләндереү өсөн килешеү төҙөй.
Өфө мэры Ратмир Мәүлиев һүҙҙәренсә, баҫҡыс иҫке һуҡмаҡ урынында төҙөлә. Әле һуҡмаҡты таҙартыу эштәре башланған. Баҫҡыс әҙер булғас, яр буйынан башняға тиҙ генә йәйәү менергә мөмкин.
«Был маршруттан Салауат Юлаев һәйкәленә яңы ракурс асыла. Ғөмүмән, Өфө бынан ғәжәйеп матур күренә», - тип билдәләне Ратмир Мәүлиев.