2024 йылдың 1 октябренән бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 5,1% арттырыла, тип яҙа федераль киң мәғлүмәт саралары. Премьер-министр Михаил Мишустин Рәсәй хөкүмәте бойороғона ҡул ҡуйған.
Был федераль ҡаҙна, бюджет һәм автономиялы учреждение, федераль дәүләт органдары, шулай уҡ хәрби частарҙың граждан хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла.
Шулай итеп, мәктәп һәм дәүләт юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, фән хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артырға тейеш.