

«Мисс Республика-2024» конкурсы еңеүсеһе Радмила Әсфәндиәрова илебеҙҙең «Мисс Рәсәй-2024» гүзәллек конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Конкурсҡа 85 мең ғариза ҡабул ителгән һәм 50-һе генә beauty-проект финалына сыҡҡан. 16 сентябрҙә башланған конкурс 5 октябрҙә Мәскәүҙә сағыу шоу менән тамамлана.
Өс аҙна буйына ҡыҙҙар фотоға һәм видеоға төшә, шулай уҡ дефиле буйынса дәрестәр, осрашыуҙар, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Милли кейемде һәм үҙ һәләтеңде күрһәтеү этаптары бар. Милли кейемдә республика менән таныштырыу этабында Радмила «Ағиҙел» предприятиеһында тегелгән костюмда сығыш яһай.
Еңеүсе Мексикала Рәсәй исеменән «Мисс Ғаләм-2024» абруйлы халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыу хоҡуғына эйә була , тип һөйләне «Башинформ»ға Луиза Закирйәнова.
Радмилаға 23 йәш, Ғафури районында тыуып үҫкән. Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаған. Стретчинг буйынса педагог, моделинг һәм хореография менән мауыға. «Атмосфера» коллективы составында «Студент яҙы» призеры, шулай уҡ «Мисс УУНИТ-2023» конкурсы еңеүсеһе. Бер йылдан ашыу «Luna Models» модель агентлығында шөғөлләнә. Киләсәктә ныҡлы ғаилә ҡороп, һөнәре буйынса эшләргә хыяллана.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.