Башҡортостанда 23 сентябрҙән өс аҙналыҡ «Урман» акцияһы башлана. Профилле инспекторҙар йәмәғәтселәр, полицейскийҙар һәм автоинспекторҙар менән бергә ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу урындарын һәм урмандан сығыу юлдарында тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү ойоштора, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында.
Башинформ яҙғанса, быйыл урманды законһыҙ ҡырҡыу күләме 2023 йылдың тәүге яртыһы менән сағыштырғанда 2,4 тапҡырға, ә килтерелгән зыян буйынса 2 тапҡырға тиерлек кәмегән.
Республикала законһыҙ ҡырҡыу күләмен кәметеү өсөн саралар күрелде. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, иң һөҙөмтәлеләре — йыһан мониторингы (асыҡланған осраҡтарҙың 22%) һәм иҫкәртеү рейдтары (23%).
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-18/v-bashkirii-budut-lovit-lesnyh-brakonierov-3934230