Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2024, 12:43

3 октябрҙән Өфөнән Шарджаға авиарейстар башлана

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

3 октябрҙән Өфөнән Шарджаға авиарейстар  башлана. Air Arabia компанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһынан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ҡалаһына осоштарҙы тергеҙә. Рейстар аҙнаһына биш тапҡыр: дүшәмбе, шишәмбе, кесаҙна, йома һәм йәкшәмбе көндәрендә башҡарыла.

Маршрутҡа 174 пассажирға иҫәпләнгән Airbus A320 самолеттары сыға.

Өфөнән самолет урындағы ваҡыт буйынса төнгө 2-се 30 минутта һауаға күтәрелә. Шарджа аэропортына тиклем 4 сәғәт 45 минут ваҡыт китә, тип хәбәр иттеләр Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-18/iz-ufy-v-shardzhu-s-3-oktyabrya-vozobnovlyayutsya-aviareysy-3933781

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас