Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2024, 15:51

Өфөлә Шаҡша күпере бер айға ябыла

Өфө хакимиәте
Фото: Өфө хакимиәте

20 октябрҙән 21 ноябргә тиклем Шаҡша күперендә автотранспорт хәрәкәтен тулыһынса ябыу планлаштырыла. Был йыйылған күпер ҡоролмаһының ике өлөшөн сифатлы иретеп йәбештереү өсөн кәрәк, тип белдерҙеләр мэрияла.

«Әлеге ваҡытта республиканың Транспорт министрлығы менән берлектә халыҡты транспорт менән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелә. Тулыраҡ мәғлүмәт һуңғараҡ булыр», — тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Быйыл 9-24 июлдә лә күперҙе япҡайнылар. Төҙөүселәр уны тағы ла 9 һәм 21 көнгә ябырға кәрәк тип иҫкәрткәйне, ләкин хәҙер эштәрҙе берләштереп, ҡоролманы бер айға ябырға ҡарар ителде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-17/v-ufe-shakshinskiy-most-polnostyu-zakroyut-na-mesyats-3932617

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас