Иглин районында ҡош киҙеүе факты раҫланманы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитетынан.
Кисә ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында республикаға сираттағы ҡош киҙеүе янауы хаҡында мәғлүмәт таралды. Иглин районының Тәкәй ауылы хужалыҡтарының береһендә йорт ҡоштары ҡырыла башлаған. Шуға күрә белгестәр урынға барып, һәләк булған ҡош-ҡорттоң биоматериалдарын анализға алған. Тикшереү һөҙөмтәһендә сир раҫланмаған.
Башҡортостандың Ветеринария буйынса дәүләт комитетында белдереүҙәренсә, йорт ҡоштары хәүефле вирустан түгел, ә ағыуланып үлгән.