Сибай хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаевтың махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итергә тигән ҡарары хөрмәт уята. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе.
«Азамат Мырҙағәле улына ҙур рәхмәт. Шуның өсөн ул ихтирамға лайыҡ. Еңел булмаған ҡарар, әлбиттә. Әйткәндәй, уның менән бергә Сибай һәм Хәйбулла районының хәрби комиссары Зәбиров Ринат Фәнил улы, Сибай депутаты Аҫылбаев Әхәт Әхмәт улы, «Башмедь» компанияһы водителе Илбуллов Рәмил Мөхәмәтғәли улы ла махсус операцияға юлланды. Уларға рәхмәт. Илебеҙҙең киләсәге махсус хәрби операцияла хәл ителеүен барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Сибай хакимиәте башлығы вазифаһын әлегә ҡала мэрының беренсе урынбаҫары Сергей Озерцов башҡара.