
Сибайҙа ишле ғаиләлә 7 бала тыуған. Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, Ксения һәм Айҙар Сәлмәновтар 2014 йылдың 14 февралендә өйләнешкән, ә бөгөн ошо ҙур һәм татыу ғаиләлә 5 ул һәм 2 ҡыҙ үҫеп килә: Арсен, Алмас, Юлия, Илдар, Дания, Кәрим һәм Сәлмән.
«Өләсәйҙәребеҙ Галина Михайловна һәм Светлана Миҙхәт ҡыҙының ярҙамы ныҡ, әлбиттә, өлкәнерәк балалар Арсен, Алмас һәм Юлия ла ҡул араһына инде, улар ярҙам итмәһә, ҡыйыныраҡ булыр ине», — ти ғаилә башлығы Айҙар.
Бәхетле ғаиләгә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Денис Назаровтан ата-әсәгә иҫтәлекле бүләк — фотоальбом һәм «Беҙҙең сабыйға» бүләк йыйылмаһы тапшырылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.