08:45 (UTC+5), 11 Сентября 2024

Республикала «Рекрут» проекты әүҙемләшә

Фото: Валерий Шахов
Иван Вавилов

Башҡортостан Республикаһының ДОСААФ идаралығына «Рекрут» проекты сиктәрендә контракт хеҙмәтенә йәлеп итеү менән шөғөлләнгән активистарҙан 700-гә яҡын ғариза килгән. Был хаҡта «Сәләм» тапшырыуында Республика менән идара итеү үҙәгенән ойошманың төбәк бүлексәһе рәйесе Игорь Нурмөхәмәтов хәбәр итте.

«Әгәр 1 августан башлап 480-дән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итһәк, сентябрҙең 10 көнөндә иһә 200. Ғаризаларҙың 2/3 ашыуы эшкәртелгән, аҡса контракт төҙөгәндән һуң 7 көн эсендә күсерелә», — тине тура бәйләнеш ҡунағы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ДОСААФ башланғысын хупланы. «Рекрут» проектында ҡатнашыусылар өсөн 50 мең һум түләнә. Аҡсаны 18 йәше тулған Рәсәй граждандары алырға мөмкин. Әммә был ҡағиҙә дәүләт һәм муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә ҡағылмай.

Тәүге өс аҙнала проект инициаторҙары 100-ҙән ашыу әүҙемсегә аҡса түләне. «Рекрут» 2024 йылдың 31 октябренә тиклем ғәмәлдә ҡала. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн 122 йәки 7 (347) 218-19-19 телефондары буйынса Башҡортостандың ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Рәсәй Президенты1 августан 31 декабргә тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән яугирҙәргә 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме артты. Шулай итеп, федераль түләүҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандан хәрбиҙәр бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-09-11/proekt-rekrut-v-bashkirii-nabiraet-oboroty-3924604

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика