Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2024, 15:10

Самолет пассажирҙарын Башҡортостан туңдырмаһы менән һыйлайҙар

"Аэрофлот" авиакомпанияһының матбуғат хеҙмәте
Фото: "Аэрофлот" авиакомпанияһының матбуғат хеҙмәте

«Аэрофлот» авиакомпанияһы бортта туҡланыу менюһына туңдырма  индерҙе. Хәҙер эҫе климатлы илдәргә осҡан рейстарҙа пассажирҙарға төп ризыҡтан һуң пломбир туңдырмаһын тәҡдим итәләр. Әлегә Башҡортостанда етештерелгән десерт менән Мәскәүҙән Малеға, Бангкокҡа һәм Пхукетҡа осҡан ваҡытта һыйланырға мөмкин. Десертты Шереметьево аэропортынан башҡа алыҫ рейстарға ла индерергә ниәтләйҙәр, тип хәбәр итә авиакомпанияның матбуғат хеҙмәте.

«Башинформ» башҡорт балын Халыҡ-ара йыһан станцияһына оҙатыуҙары тураһында ла яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-10/bashkirskim-morozhenym-ugoschayut-passazhirov-samoletov-3923458

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас