06:33 (UTC+5), 10 Сентября 2024

Башҡортостан депутаттары махсус хәрби операция өсөн 45 миллион һум аҡса йыйған

Фото: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән 45 миллион һумға яҡын аҡса йыйған. Был хаҡта республика парламенты рәйесе Константин Толкачёв фронттан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Алексей Локотченко менән осрашыуҙа белдерҙе.

«Бөгөн төп бурыстарҙың береһе — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, — тип билдәләне Константин Толкачёв. —  Депутаттар хәрби хәрәкәттәр зонаһына йыш бара, яугирҙәр менән осраша. Беҙ һәр саҡ уларҙың ихтыяжы тураһында белеп торабыҙ, аҡса йыйып, кәрәкле әйберҙәр һатып алабыҙ. Депутаттар 45 миллион һум аҡса йыйҙы, был эште дауам итәбеҙ. Һәр хеҙмәт хаҡынан йыйып барабыҙ. Бөтә депутаттар ҙа ҡатнаша. Был — беҙҙең патриотик бурыс».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Алексей Локотченко 2024 йылдың 13 февралендә махсус хәрби операцияға юлланыу өсөн Рәсәй Оборона министрлығының ирекле корпусы менән контракт төҙөргә ҡарар итте. Үҙенә «Радий» тигән позывной алды.

«Депутатыбыҙ, уның хеҙмәте менән ғорурланабыҙ, уны өлгө итеп ҡуябыҙ. Ватанын, халҡын яҡларға әҙер булған ҡыйыу яугир ул. Яҡташыбыҙҙың хәрби наградаларына ҡыуандым. Яу яланында алған яраларына ҡарамаҫтан, ул йәнә сафта, штурм отряды командиры урынбаҫары булып тора, фронттың алғы һыҙығында», — тине Константин Толкачев.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-09-10/deputaty-bashkirii-sobrali-45-mln-rubley-dlya-svo-3923048

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика