Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-16 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2024, 11:55

Октябрҙә Башҡортостанда граждандар оборонаһы айлығы уҙғарыла

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостанда 1 октябрҙән 31-енә тиклем граждандар оборонаһы айлығы үткәрелә. Тейешле бойороҡҡа республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Бойороҡта билдәләнеүенсә, айлыҡ Башҡортостан биләмәһендә граждандар оборонаһын ойоштороуға һәм алып барыуға берҙәм ҡараш булдырыу, йәмғиәттә уның ролен күтәреү өсөн үткәрелә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына 16 сентябргә тиклем ошо сараны уҙғарыу планын әҙерләп, ведомстволарға һм муниципалитеттарға ебәреү бурысы йөкмәтелде. 8 ноябргәсә улар урындарҙа граждандар оборонаһы айлығының нисек үтеүе хаҡында отчет бирергә тейеш.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда һаҡлай торған ҡоролмаларға инвентаризация үткәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-09/v-bashkirii-v-oktyabre-proydet-mesyachnik-grazhdanskoy-oborony-3921355

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас