Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2024, 14:50

Башҡортостанға әбейҙәр сыуағы килде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанға әбейҙәр сыуағы башланды. Башгидрометүҙәктә билдәләүҙәренсә, был республика биләмәһендә төньяҡ-көнбайыш антициклоны урынлашыуына бәйле.

Көндөҙ температура +19, +24° тиклем күтәрелә, был климат нормаһынан 2-4 градусҡа юғарыраҡ.

Ә бына төндә көҙгөсә һалҡын: +8, +13°.

Алдағы көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй.

Бөгөн, 8 сентябрҙә, һауа температураһы көндөҙ 24 градусҡаса йылына.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-08/v-bashkiriyu-prishlo-nastoyaschee-babie-leto-3918834

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас