

Белорет ҡалаһы поликлиникаһы ихатаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Даян Ғәли улы Денисламов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Белорет дауаханаһында ул 30 йылдан ашыу тәүҙә массажсы, һуңынан рентген-лаборант булып эшләгән. Быйыл 26 февралдә Даян Ғәли улы махсус операция биләмәһендә яралыларҙы ҡотҡарғанда батырҙарса һәләк булған.
Үлгәндән һуң генерал Шайморатов ордены һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Геройҙың тормош иптәшенә награданы Белорет районы башлығы Андрей Иванюта тапшырҙы.
- Даян Ғәли улын белореттар, дауахана хеҙмәткәрҙәре яҡшы белә һәм хөрмәт итә ине, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Андрей Иванюта. - Даян Ғәли улы ярҙамсыл һәм изге күңелле булды, барыһына ла ярҙам итергә ынтылды. Балаларын яратты, уларға яҡшы тәрбиә бирергә тырышты. Илебеҙҙең тыныс күге өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән яугирҙе бер ҡасан да онотмаҫбыҙ.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.