Махсус хәрби операция биләмәһендә табиптар һәр саҡ ВСУ-ның күҙ уңында тора. Был хаҡта БСТ хәбәрсеһенә «Башҡортостан» полкы медицина взводы фельдшеры — «Муха» позывнойлы яҡташыбыҙ һөйләне. Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнсе ул Өфө янындағы ковид госпиталендә реанимация бүлегендә эшләгән, ләкин бер йыл самаһы элек «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составында алғы һыҙыҡҡа китергә тигән ҡарар ҡабул иткән.
«Муха» һәм уның хеҙмәттәштәре яраланған яугирҙәрҙе алғы һыҙыҡтан эвакуациялай. Был ваҡытта медиктарҙың үҙҙәренә лә үлем хәүефе янай.
«Яраланған яугирҙе өс-дүрт кешенән торған төркөм алып сығырға тейеш, ә бер урынға йыйылған кешеләр ҙә, техника ла дошмандың төп маҡсаты — ул шунда ут яуҙыра. Шуға ҡарамаҫтан, ҡуйылған һәр бурысты тиҙ хәл итәбеҙ. Белгестәребеҙ яҡшы эшләй, махсус хәрби операцияла йылдан ашыу ҡатнашабыҙ, коллектив берҙәм. Башҡортостандан гуманитар ылауҙар медикаменттар, инвентарь, ҡорамалдар килтерелә, бөтә нәмә етерлек», — ти «Муха».
Хәрби табип Башҡортостандағы коллегаларына сәләм еткерҙе, Еңеү яҡынлаша, тип билдәләне ул. Уны тиҙләтеү өсөн республика халҡы илдең оборона ведомствоһы менән килешеү төҙөп, яҡташтарына ҡушылырға мөмкин. Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклем контракт төҙөгән граждандарға 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Бынан алдараҡ Башҡортостанда республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме артты. Шулай итеп, хәҙер федераль түләүҙәр менән бергә Башҡортостандан хәрби хеҙмәткәрҙәр бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум ала.
Бөтә һорауҙарҙы Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 телефонына шылтыратып бирергә мөмкин, һайлап алыу пунктының номеры - (347) 248-29-31.