Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
+0.05
93.01
-0.12
68.28
-0.36
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2024, 12:37

Башҡортостан уҡыусыларының каникулы ҡасан башланыры билдәле булды

Валерий Шахов, архив фотоһы
Фото:Валерий Шахов, архив фотоһы

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы 2024-2025 йылға республика мәктәптәре өсөн уҡыу календарын баҫтырып сығарҙы. Йыл дауамында балаларҙы көҙгө, ҡышҡы һәм яҙғы каникулдар көтә.

Көҙгө каникул — 26 октябрҙән 4 ноябргә тиклем. Ҡышҡы ял 29 декабрҙә башланып, 2025 йылдың 12 ғинуарында тамамлана.

Яҙғыһын уҡыусыларҙың 29 марттан 6 апрелгә тиклем ял итеү мөмкинлеге бар.

Йәйге каникул иһә 27 майҙан 31 авгусҡаса дауам итә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-03/stalo-izvestno-kogda-u-shkolnikov-bashkirii-nachnutsya-kanikuly-3909172

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: