Бөгөн, 2 сентябрҙә, Башҡортостанда ваҡлап һатыу магазиндарында алкоголь һатылмай. Был Белем көнө менән бәйле. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл Белем көнө, 1 сентябрь, йәкшәмбегә тура килде, шуға күрә уҡыусылар һәм студенттар өсөн уҡыу йылы 2 сентябрҙә башлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика биләмәһендә һуңғы ҡыңғырау, һабантуй көндәрендә, Йәштәр көнөндә спиртлы эсемлектәр һатылмай. Бынан тыш, яңы йыл каникулдарында хәмер һатыу ваҡыты сикләнә.
Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостанда 500 меңдән ашыу бала парта артына ултыра.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-02/v-bashkirii-zapretili-prodazhu-alkogolya-3907397