Башҡортостанда «Ҡолонсаҡ» балалар театр фестивале тергеҙелә. Республика башлығы тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
Документта билдәләнеүенсә, үткәреү ваҡыты — 2025 йылда һәм артабан өс йылға бер тапҡыр. Сараға халыҡ-ара тигән статус бирелә.
Хөкүмәткә ойоштороу комитетын булдырыу бурысы йөкмәтелә, финанслау төбәк ҡаҙнаһынан һәм бюджеттан тыш аҡсанан билдәләнә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре фестивалде тергеҙеү идеяһын 2019 йылда тәҡдим иткәйне. «Ҡолонсаҡ» 90-сы йылдарҙа ҙур уңыш менән барҙы.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-02/v-ufe-provedut-festival-kolonsak-3907580