Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-9 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2024, 10:26

Йәйҙең һуңғы көндәрендә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана

автор
Фото: автор

Башгидромет хәбәр итеүенсә, 30 августа республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ төньяҡ-көнсығыш райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, тиҙелеге секундына 5-10 метр. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22°.

Өфөлә аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан секундына 5-10 метр. Көндөҙ һауа +19, +21°.

Шәмбе, 31 августа ла әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +4, +9°, көндөҙ +16, +21°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-30/v-poslednie-dni-leta-v-bashkirii-sohranitsya-teplaya-pogoda-3904215

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас