29 августа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә билдәләнгән һөнәри байрамы менән ҡотланы.
— Һеҙ — үҙегеҙҙе нефть, эйәрсен газ эҙләү һәм сығарыу, уларҙы эшкәртеү буйынса ауыр һәм яуаплы эшкә бағышлаған ысын профессионалдар. Рәсәйҙең энергетик хәүефһеҙлеге һәм суверенитеты, һәр йортта ҡот һәм именлек нефть-газ тармағына бәйле. Бөгөн дә байрам алдынан беҙ нефть сәнәғәте флагманы — «Башнефть» компанияһының шәп коллективын тәбрикләйбеҙ.
Һеҙҙең етештереү ҡаҙаныштарығыҙ иҡтисадты, инженер һәм юл инфраструктураһын нығытыуға, мөһим социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуға, ҡалаларыбыҙҙы һәм ауылдарыбыҙҙы үҫтереүгә һәм төҙөкләндереүгә тос өлөш индерә.
«Башнефть» — республика ҡаҙнаһының төп доноры. 2019 йылда компаниянан бюджетҡа һалым һәм дивидендтар рәүешендә 133,5 миллиард һумдан ашыу аҡса ингән.
Һуңғы йылдарҙағы ҡатмарлы саҡырыуҙарға ҡарамаҫтан, компания углеводород сеймалын сығарыу һәм эшкәртеү кимәлен, юғары инвестиция әүҙемлеген һаҡлай. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, яңы технологиялар индереүгә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы уңышлы бойомға ашыра, — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Былтыр «Башнефть» тәбиғәтте һаҡлау сараларын финанслауҙы арттырҙы, тип иҫкә төшөрҙө республика етәксеһе. 2019 йылдан компанияның «йәшел» инвестициялары 34 миллиард һумдан ашып китте.
— «Башнефть» компанияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлекте юғары баһалайбыҙ. Һуңғы биш йылда нефтселәр ярҙамында республиканың 49 районында һәм ҡалаһында 300-ҙән ашыу социаль проект тормошҡа ашырылды. Октябрьскийҙағы боҙ һарайы төп объекттарҙың береһе булып тора, ул иң юғары кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итергә әҙер. Шулай уҡ Нуғай ауылындағы поликлиника күптән көтөлгән объектҡа әйләнде. Уҙған шәмбелә Ишембайҙа Башҡортостан нефтен асыусылар майҙанын астыҡ. Быйыл Благовещенда физкультура-һауыҡтырыу комплексын, Йәрмәкәй районының Йылан-Шишмә ауылында мәктәп асыу планлаштырыла, — тине Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров «Роснефть» компанияһы етәкселегенә Башҡортостан менән уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн айырым рәхмәт белдерҙе. «Башнефть» компанияһының генераль директоры Владимир Чернов хеҙмәттәштәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ведомство наградаларын тапшырҙы. Сара Башҡортостандың сәнғәт оҫталарының байрам концерты менән тамамланды.
Радий Хәбиров «Роснефть» компанияһы етәкселегенә Башҡортостан менән емешле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Башнефть» компанияһының генераль директоры Владимир Чернов хеҙмәттәштәрен һөнәри байрамы менән ҡотлап, ведомство наградаларын тапшырҙы. Сара Башҡортостан сәнғәт оҫталарының байрам концерты менән тамамланды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.