30 августа Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалында булды. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, филиал 2023 йылдың 1 июнендә үҙ эшен башланы. Бөгөн унда 97 социаль координатор эшләй. Бер йыл эсендә илле һигеҙ меңдән ашыу мөрәжәғәт килде, тип белдерҙе филиал етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Шуларҙың илле өс меңдән ашыуы хәл ителгән.
Төп мәсьәләләр – ярҙам сараларын тәғәйенләү; юридик һәм медицина ярҙамы; хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын алыу; махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға бәйле федераль һәм төбәк түләүҙәре.
«Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, бигерәк тә ҡаты яраланып ҡайтҡан ир-егеттәрҙе реабилитациялауға айырым иғтибар бирәбеҙ», – тине Гөлнур Ҡолһарина.
Ветерандар ойошмалары етәкселәре менән аралашҡанда Радий Хәбиров Игорь Комаровҡа республикала Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы бүлексәһен асырға йыйыныуҙары хаҡында һөйләне.
«Республика Ассоциацияны ойоштороуҙа һәм уның артабанғы эшендә тейешле ярҙам күрһәтер», – тине Радий Хәбиров.
Өфөнөң 2-се стоматология поликлиникаһы менән берлектә «Яугирҙең сәләмәт йылмайыуы» проекты тормошҡа ашырыла. Медицина ярҙамының был төрө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бик кәрәк. Филиал 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы менән килешеү төҙөнө. Теш табиптары республика буйынса ҡатнашыусыларҙың балаларын тикшерә. Кисә улар Благовещенда булып ҡайтты.
Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров махсус хәрби операция ветерандары менән аралашты, уларҙың ҡайһы берҙәре дәүләт фондының социаль координаторҙары булып тора.
Дәүләт фонды филиалының «Ғаилә ҡунаҡханаһы» проекты бар. Маҡсат – махсус хәрби операция барышында яҡындарын юғалтҡандарға психологик ярҙам күрһәтеү. Проект республиканың байтаҡ район һәм ҡалаларында ғәмәлгә ашырыла. Ул 2024 йылда Башҡортостан Башлығы грантын отто.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.