Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры бойороғо менән Таһир Бәҙретдинов республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул «Башҡортостан Республикаһының махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы»на етәкселек итте.
Таһир Бәҙретдинов 1988 йылдың 31 октябрендә Нуриман районының Яңы Күл ауылында тыуған. «Юриспруденция» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
2011-2013 йылдарҙа – Башҡортостан Мәғариф министрлығының юридик бүлегендә әйҙәүсе белгес-эксперт. 2013-2021 йылдарҙа Дүртөйлө район-ара прокуроры ярҙамсыһы, Өфөнөң Калинин районы прокуроры ярҙамсыһы, өлкән ярҙамсыһы булып эшләй.
2021-2022 йылдарҙа – Башҡортостан Башлығы хакимиәте ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығының бүлек мөдире урынбаҫары. 2022-2023 йылдарҙа – «Восток Девелопмент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә өлкән юрисконсульт. 2023 йылдың 1 мартынан 2024 йылдың 23 авгусына тиклем –«Башҡортостан Республикаһының махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы» дәүләт бюджет учреждениеһы директоры.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан Экология министрлығының айыу аулауға квоталар бүлеүе хаҡында хәбәр иткәйне.