Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2024, 16:20

Мораҙым тарлауығында зубрҙар үрсетеү мөмкинлеге нығытылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы тураһында положениеға үҙгәрештәр индерелде. Атап әйткәндә, Европа зубрҙарын интродукциялауҙы (тарихи таралыуы урынынан ситкә күсереү) тыйыу ғәмәлдән сығарылды.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2023 йылдың майынан Мораҙым тарлауығында дуҫтарса мөнәсәбәттәге Беларусь Республикаһынан килтерелгән зубрҙар йәшәй. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге ғалимдарының мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә 16-100 мең йыл элек зубрҙар йәшәгән. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһе стеналарында зубр һүрәттәре табылған, археологтар Башҡортостанда ҡаҙыу эштәре барышында бер нисә тапҡыр ошо хайуандарҙың һөйәктәренә юлыҡҡан.

Бынан тыш, Башҡортостандың зубрҙар популяцияһын булдырыу тәжрибәһен Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә үҙләштерергә ниәтләй. Бында һүҙ Ханты-Манси автономиялы округы һәм Урал аръяғы төбәктәре хаҡында бара.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-29/v-parke-muradymovskoe-uschelie-v-bashkirii-stanet-vozmozhna-introduktsiya-zubrov-3903444

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас