Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2024, 12:46

Башҡортостандан тоҡомло аттар Үзбәкстанға һәм Ҡаҙағстанға экспортҡа оҙатыла

Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика идаралығы
Фото: Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика идаралығы

Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика идаралығы Әбйәлил районындағы предприятиены экспортерҙар һәм Таможня союзы илдәре реестрына индереү өсөн ыңғай һығымта бирҙе.

Һүҙ аттар үрсетеү һәм аҫрау буйынса «Яҡташ N» ойошмаһы тураһында бара, ул тоҡомло малдарҙы Үзбәкстанға һәм Ҡаҙағстанға экспортҡа оҙатырға йыйына.

«Район малдарҙың йоғошло ауырыуҙары буйынса имен. Хужалыҡта «Хорриот» федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында идентификациялау һәм иҫәпкә алыу системаһы үткәрелә», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Бынан алдараҡ Башҡортостан йылҡысыларының биш йылда 300 миллион һумлыҡ грант алыуы билдәле булды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-29/plemennyh-loshadey-iz-bashkirii-budut-eksportirovat-v-uzbekistan-i-kazahstan-3902965

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас