10:16 (UTC+5), 28 Август 2024

Республикала контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә түләү ваҡыты оҙайтылды

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостанда илдең Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған граждандарға арттырылған түләү ваҡыты оҙайтылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйған. Был хаҡта Горобзор мәғлүмәт-яңылыҡтар порталы хәбәр итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контрактсыларға түләү суммаһы 205 мең һумдан 505 мең һумғаса артты һәм 10 июлдән түләнә башланы. Ярҙам сараларын 2024 йылдың 31 авгусына тиклем алырға мөмкин ине. Указға ярашлы, хәҙер арттырылған түләүҙәр ваҡыты ағымдағы йылдың 31 октябренә тиклем оҙайтылды.

Указ көсөнә инде.

Рәсәй президенты 1 августан 31 декабргә тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән граждандарға 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Шулай итеп, федераль түләү менән бергә Башҡортостандың хәрби хеҙмәткәрҙәре бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аҡса алырға мөмкин. 

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-08-28/v-bashkirii-prodlili-vyplaty-kontraktnikam-3901899

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика