Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2024, 13:07

Сибай ҡалаһынан шәфҡәт туташы махсус хәрби операцияла ҡатнаша

Азамат Юлдашбаевтың социаль селтәрҙәре
Фото: Азамат Юлдашбаевтың социаль селтәрҙәре

Сибай мэры Азамат Юлдашбаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә махсус операцияла хеҙмәт иткән шәфҡәт туташы менән таныштырҙы. 

«Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Вәсилә Шаһыбаловаға ғорурлыҡ менән рәхмәт хатын тапшырҙым. Әле ул өйөндә ҡыҫҡа ваҡытлы ялда.

Хәрби хеҙмәтен ул быйыл февралдә операция шәфҡәт туташы вазифаһында башлай. Үҙе әйтеүенсә, яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн алғы һыҙыҡҡа барырға тигән ныҡлы ҡарар ҡабул иткән. Тәүҙәрәк уға, бала табыу йортоноң шәфҡәт туташына, ауыр һәм тулҡынландырғыс була, ләкин хәҙер ул үҙенең бурыстарын яҡшы башҡара һәм шуның менән бик ғорурлана.

Вәсилә — ике бала әсәһе. Әлбиттә, улар әсәһен һағына, шул уҡ ваҡытта уның ниндәй мөһим һәм кәрәкле миссияны үтәүен аңлай.

Ҡыйыу йөрәкле ҡатын-ҡыҙ үҙенең эше һөнәр генә түгел, ә кешеләргә хеҙмәт итеү һәм һөнәри бурыс икәнен белә.

Беҙ яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уға һаулыҡ, көс-дәрт, тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ», — тип яҙа Сибай мэры.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-26/na-svo-sluzhit-medsestra-iz-bashkirskogo-sibaya-3899531

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас