Ошо көндәрҙә Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге 35 йыллығын билдәләне. Беҙҙең күбебеҙ өсөн 35 — бер ҡайҙа ла ашыҡмайынса үткәндәрҙе байҡарға, ошо йылдарҙа башҡарылған эштәргә тыныс ҡына йомғаҡ яһарға, тағы ла яңы маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйырға мөмкин булған йәш.
Ләкин тормоштоң үҙенең ҡағиҙәләре бар. Шуға күрә бөгөн СПИД-ҡа — «ХХ быуат тағуны»на ҡаршы көрәш буйынса махсуслаштырылған медицина үҙәге булмаған ҙур ҡаланы йәки төбәкте күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Башҡортостанда өс тиҫтә йылдан ашыу ВИЧ-инфекцияһын иҫкәртеү хеҙмәтенең үҫеше, иң мөһиме, республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге алдында торған бурыстар хаҡында — «Башинформ»дың Үҙәктең баш табибы Рафаэль Яппаров менән интервьюһында.
— Рафаэль Ғәли улы, Республиканың СПИД үҙәген ойоштороу тарихы тураһында һөйләп үтегеҙ әле?
— Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияһы эпидемияһының рәсми тарихы 1987 йылда башлана. Шул уҡ йылда республикала тәүге һигеҙ контактлы кеше һәм ике ВИЧ-инфекциялы кеше асыҡлана. Шуға бәйле һәм РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 1989 йылдың 24 апрелендәге бойороғон үтәү өсөн БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо менән 1989 йылдың 1 авгусында СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге булдырыла.
— СПИД-ҡа ҡаршы көрәш үҙәге етәкселәре кемдәр ине?
— СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге асылғандан һуң 15 йылдан ашыу етәксе булып эшләгән Шамил Фәтхел улы Ғәббәсов бик аҡыллы, белемле һәм инициативалы белгес булды.
Шамил Фәтхел улы был үҙәктә лә, үҙ йүнәлеше буйынса дауалау-профилактика учреждениеларында ла кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлде, Анти-ВИЧ/СПИД республика маҡсатлы программаларын әҙерләүҙә ҡатнашты. Үкенескә күрә, оҙаҡ ауырығандан һуң ул 2022 йылдың сентябрендә донъя ҡуйҙы.
— Башҡортостанда СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш хеҙмәте ниндәй үҫеш этаптарын үтте?
— 1987 йылдың майында ВИЧ-инфекцияға донорҙар скринингын тормошҡа ашырыу өсөн Республика ҡан ҡойоу станцияһында СПИД-ты диагностикалау лабораторияһы асыла. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министрлығының СПИД ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса комиссияһы төҙөлә.
1987 йылдың ноябрендә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында халыҡҡа ВИЧ-инфекцияға беренсел скрининг үткәреү өсөн СПИД-ты диагностикалау лабораторияһы эшләй башлай.
1989 йылдың февралендә Салауатта, Күмертауҙа, Стәрлетамаҡта, Белоретта, Сибайҙа, Октябрьскийҙа, Нефтекамала һәм Малаяҙҙа СПИД-ты диагностикалау өсөн район-ара лабораториялар барлыҡҡа килә.
1989 йылдың сентябрендә Республика СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш үҙәге булдырыла. Бер йылдан һуң Бәләбәйҙә, Бөрөлә, шулай уҡ Өфөлә тире-венеорология диспансеры ҡарамағында СПИД-ты диагностикалау район-ара лабораториялары ойошторола.
— Ошондай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байтаҡ эш башҡарылған...
— Тап шулай. 1991 йылдың февралендә Республиканың СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш үҙәге СПИД консультация-диагностика үҙәге тип үҙгәртелә.
1991 йылдың декабрендә Республика СПИД консультация-диагностика үҙәге лабораторияһы булдырыла, ул 1994 йылдан алып ВИЧ-инфекцияһына аҙаҡҡы лаборатор-клиник диагноз ҡуйыу хоҡуғы менән референс-диагностика үткәрә.
Ә дүрт йылдан һуң Республика үҙәгенең эшмәкәрлек өлкәһе тағы ла киңәйә.
— Һеҙ нимәне күҙ уңында тотаһығыҙ?
— Үҙәк алдына Башҡортостандың медицина ойошмаларында эпидемияға ҡаршы саралар әҙерләү, ойоштороу һәм координациялау, йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса бурыстар ҡуйыла. Әммә тотош Рәсәйҙә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ВИЧ-инфекцияһының тиҙ таралыуы яңы саралар ҡабул итергә этәргес бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәм, 1998 йылдың декабрь аҙағында ошо инфекцияға ҡаршы көрәш буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙен билдәләгән «Башҡортостан Республикаһы территорияһында кешенең иммун дефициты вирусы (ВИЧ-инфекция) тыуҙырған сирҙең таралыуын иҫкәртеү тураһында» республика законы ҡабул ителә.
Законға ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында 1999 йылдың яҙында республикала ВИЧ-инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырыла. Комиссияның төп бурыстары иҫәбендә — ВИЧ-инфекция буйынса эпидемиологик хәлде анализлау; ВИЧ-ты иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса республика башҡарма власть органдары эшмәкәрлеген координациялау, шулай уҡ ошо хәүефле инфекцияны иҫкәртеү өлкәһендә маҡсатлы программалар проекттарын әҙерләү.
— Ошо закон сыҡҡандан һуң төбәктә ВИЧ-инфекцияға тикшереү өсөн яңы лабораториялар барлыҡҡа килдеме?
— Әлбиттә. Халыҡты ВИЧ-инфекцияға тикшереү өсөн республикала 18 лаборатория асыла. Улар араһында — Үҙәктең заманса ҡорамал менән йыһазландырылған клиник-диагностика лабораторияһы.
Әйткәндәй, Башҡортостанда 1995 йылдан «Анти-ВИЧ/СПИД» республика маҡсатлы программаһы эшләй башланы, уны бойомға ашырыу төбәктә ВИЧ-инфекцияһының таралыуына мөмкинлек бирмәй. 1997 йылдың сентябрендә 1998-2000 йылдар өсөн икенсе «Анти-ВИЧ/СПИД» маҡсатлы программаһы ҡабул ителә, 2000 йылда — өсөнсөһө, 2003 йылдың июлендә — дүртенсеһе. Ул 2004-2007 йылдарға иҫәпләнде.
2012 йылда 2013-2015 йылдарға «Анти-ВИЧ/СПИД» ведомство маҡсатлы программаһы ҡабул ителде. Унда яңы бүлектәр бар. Мәҫәлән, эш урындарында ВИЧ-инфекцияға контакттан һуң химик профилактика үткәреү буйынса бүлектәр; бала табыу алды осоронда ВИЧ-статусы билдәһеҙ булған йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙа ВИЧ-инфекцияны диагностикалау өсөн экспресс-тест; ВИЧ-инфекциялы әсәләрҙән тыуған балаларҙы яһалма туҡландырыу өсөн яраҡлаштырылған һөт ҡатышмалары һәм ВИЧ-инфекцияны диагностикалау лабораториялары өсөн ҡорамалдар менән тәьмин итеү.
2002 йылдың ғинуар айында үҙәк Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге тип үҙгәртелә. Ике йылдан һуң беҙҙең үҙәктең Сибайҙа һәм Белоретта район-ара филиалы эшләй башланы.
Һис шикһеҙ, үҙәк белгестәре хеҙмәтте үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. 2006 йылдың 11 майынан 2007 йылдың 12 ноябренә тиклем Үҙәкте Роберт Шамил улы Азаматов етәкләне. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар СПИД үҙәгенең медицина хеҙмәте начальнигы булып эшләгән Сергей Владимирович Зайцевты ла билдәләп үтергә теләйем. 2018-2019 йылдарҙа ул хеҙмәттең етәксеһе вазифаһын башҡарҙы.
— «Һаулыҡ» милли проекты кеүек күләмле проект тураһында һүҙ алып барғанда, уның сиктәрендә Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә ниндәй ҙә булһа саралар тормошҡа ашырыламы?
— Эйе, әлбиттә. Һүҙ милли проекттың «В һәм С гепатиттарын ВИЧ-инфекциянан иҫкәртеү, ВИЧ-сирлеләрҙе асыҡлау һәм дауалау» бүлеге хаҡында бара. Бурыс — ВИЧ-инфекция буйынса эпидемиологик хәлде тотороҡландырыу, хәүеф юғары булған төркөмдәрҙә ВИЧ-инфекциялыларҙы ваҡытында асыҡлау, шулай уҡ ауырыуҙарҙы диспансер күҙәтеүенә алыу һәм дауалау.
— Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгенә ҡасан етәксе итеп тәғәйенләндегеҙ?
— Мин был вазифала 2007 йылдан алып эшләйем. Бер үк ваҡытта Волга буйы федераль округында һәм Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ВИЧ-инфекция буйынса баш штаттан тыш белгесе булып торам. Йәшермәйем, был ваҡыт эсендә ҙур тәжрибә тупланған тип әйтә алам. Үҙ эшемде яратам.
— Бөгөн республикала Үҙәктең нисә филиалы бар?
— Өфөнөң СПИД үҙәгендә, Белорет, Күмертау, Сибай һәм Стәрлетамаҡ филиалдарында, шулай уҡ республика медицина ойошмаларының йоғошло ауырыуҙар кабинеттарында ВИЧ-инфекциялы пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтелә.
Бынан тыш, бөгөн Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы системаһында ВИЧ-инфекцияға скрининг тикшереүҙәре үткәреү буйынса 11 лаборатория, шул иҫәптән республикала иммуноблотинг ысулы менән тикшереүҙәр уҙғарған берҙән-бер референс-лаборатория эшләй. Унда полимераз сылбырлы реакция (ПЦР) алымы менән тикшереүҙәр, иммунологик тикшеренеүҙәр үткәрелә. Бынан тыш, бында барлыҡ СПИД-маркер ауырыуҙарына тикшереү үткәреү мөмкинлеге бар.
Башҡортостанда, Рәсәй Федерацияһындағы кеүек үк, ВИЧ-инфекцияһына скрининг үткәреү киң йәйелдерелә. Әйтәйек, 2023 йылда республикала әлеге күрһәткес 34 % тәшкил иткән, 1 384 946 кеше ВИЧ-ҡа тикшерелгән (2021 йылда — 1 041 868 кеше, 2022 йылда — 1 212 242 кеше), был иһә уҙған йылдарға ҡарағанда күберәк (2022 йылда — 31%, 2021 йылда — 26%).
2021 йылда төбәктә хәүеф төркөмөнә ҡараған 55 316 кеше (5,2%) тикшерелһә, былтыр иһә ике тапҡырға тиерлек күберәк — 104 179 кеше (7,4%).
— Үҙәктең штаты ҙурмы? Кадрҙарға ҡытлыҡ кисермәйһегеҙме?
— Хеҙмәткәрҙәр менән 92% тәьмин ителгән, уларҙың 66-һы — юғары фармацевтика йәки башҡа юғары белемгә эйә табиптар һәм хеҙмәткәрҙәр (97%). Шуларҙың 18-е — табип-инфекционист (100% тәьмин ителеш) һәм 16 табип-эпидемиолог (96%).
Беҙҙә медицина персоналы менән тәьмин итеү эше планлы рәүештә алып барыла. Әйтәйек, 2021-2024 йылдарҙа беҙгә 17 йәш белгес эшкә килде. Уларҙың һигеҙе — табип.
— Ғөмүмән,үҙәкте медицина ҡормалдары йәһәтенән йыһазландырыу тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
— 2007 йылдан алып Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең клиник-диагностика лабораторияһында лаборатория ҡорамалдары яңыртылды. Был эш бөгөн дә алып барыла.
Һуңғы өс йылда ғына СПИД үҙәгенең структура бүлектәрен йыһазландырыу өсөн дөйөм суммаһы 9 миллион һумдан ашыулыҡ ҡорамал ҡуйылған. Бынан тыш, республиканың СПИД үҙәге өсөн ВИЧ-инфекциялы пациенттарҙа туберкулезды асыҡлау өсөн ҡиммәтле флюорография аппараты һатып алынған.
ВИЧ-инфекцияға скрининг үткәреү өсөн диагностика саралары һатып алыуға, шулай уҡ ВИЧ-инфекциялыларҙы дауалау мониторингына бүленгән финанслау күләме беҙгә ВИЧ-инфекцияға медицина тикшереүе үткәреү буйынса дәүләт стратегияһының маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшергә мөмкинлек бирә.
— Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияһын иҫкәртеү буйынса эштәр нисек алып барыла?
— ВИЧ-инфекцияһын иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, был яҡшы һөҙөмтәләр бирә тип әйтә алам. Башҡарылған эштең һөҙөмтәһен күрәбеҙ. Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн беҙ республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Мәғариф министрлығы, Спорт министрлығы, Рәсәйҙең Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм башҡа ойошмалар менән берлектә эш алып барабыҙ.
Мәҫәлән, республиканың «Ыңғай мөхит», «Асыҡ йөрәк», «Изге эштәр» кеүек йәмәғәт ойошмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек осоронда Башҡортостан халҡы араһында, шул иҫәптән хеҙмәт коллективтарында, шулай уҡ ВИЧ йоҡтороу хәүефе юғары булған төркөм вәкилдәре араһында ВИЧ-инфекцияһын иҫкәртеү буйынса 20-нән ашыу проект ғәмәлгә ашырылған. Һуңғы өс йылда бөтәһе 25 меңгә яҡын кеше ошондай проекттарға йәлеп ителгән.
Бынан тыш, телевидениела, электрон киң мәғлүмәт сараларында, гәзит-журнал биттәрендә ВИЧ-ты иҫкәртеү тураһында даими һөйләйбеҙ. СПИД үҙәгенең социаль селтәрҙәрен, телеграмды, шулай уҡ онлайн-майҙансыҡтарын файҙаланабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, халыҡҡа ВИЧ-инфекцияһынан һаҡланыу тураһында мәғлүмәт еткереп торабыҙ.
ВИЧ-инфекция хаҡында мәғлүмәт биреү буйынса акциялар ойоштороуға ла етди иғтибар бирәбеҙ. Мәҫәлән, ВИЧ-инфекцияһы мәсьәләләре буйынса белгестәр менән кәңәшләшеү, ВИЧ-ҡа экспресс-тест үткәреү, мәғлүмәти материалдар таратыу һәм башҡалар. 2020-2023 йылдарҙа ғына беҙ 83 акция уҙғарҙыҡ, 10 меңдән ашыу кеше ВИЧ-ҡа экспресс-тест үтте.
Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, уҡыусылар өсөн даими рәүештә төрлө форматтағы иҫкәртеү саралары үткәрәбеҙ. Әйтәйек, акциялар, шул иҫәптән экспресс-тестар, театр постановкалары, лекциялар, конкурстар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм семинарҙар, квестар һәм башҡалар. Һуңғы өс йылда йәмғеһе 400 меңдән ашыу кешене йәлеп иткәнбеҙ.
— Республика СПИД үҙәген бөгөн нисек баһалар инегеҙ. Тәү сиратта был нимә ул?
— Беҙҙең Үҙәк республикала ВИЧ-инфекцияны һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалауҙы ойошторған берҙән-бер һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы булып тора.
Структура бүлектәренән тыш, Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә психосоциаль консультация кабинеты, ышаныс телефондары эшләй.
1997 йылдан Үҙәккә Башҡортостан халҡына иммунопрофилактика ойоштороу буйынса бурыстар йөкмәтелгән. Йыл һайын федераль һәм төбәк бюджеттары аҡсаһына иммунобиологик дарыуҙар һатып алыуға ғаризалар тултырыла, республика халҡына профилактик прививкалар планы төҙөлә. Килтерелгән вакциналар һуңынан төбәктең медицина ойошмаларына бүленә.
Шулай уҡ пациенттарҙы диспансерға иҫәпкә ҡуйыу, диспансерҙа күҙәтеү, терапия тәғәйенләү һәм ғүмер буйынадауалау, дауалауҙың һөҙөмтәлелеген тикшереү сирҙең таралыуын иҫкәртеү буйынса мөһим йүнәлештәр булып тора.
2023 йылдың 31 декабренә Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялы 20 190 кеше диспансер иҫәптә торған. Диспансер күҙәтеүенә алынған кешеләрҙең өлөшө ВИЧ менән зарарланғандарҙың дөйөм һанынан 94,9% тәшкил иткән.
2021-2023 йылдарҙа республикала дауаланған ВИЧ-инфекциялы пациенттар һаны 1240-ҡа артҡан (2021 йылда 16 300 кешенән 2023 йылда 17 540-ҡа тиклем).
— Республиканың СПИД-ҡа ҡаршы көрәш үҙәге оҙаҡ йылдар Цюрупа һәм Достоевский урамдары мөйөшөндәге боронғо бинала эшләне. Һуңынан һеҙ икенсе бинаға күстегеҙ. Был нимәгә бәйле?
— Үҙәктең эшмәкәрлеге киңәйҙе, тығыҙ һәм эшләүе уңайһыҙ була башланы. Йыш ҡына бер кабинетта пациенттарҙы бер юлы ике табип ҡабул итте, урындар етмәй ине. Республика халҡын ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү һәм дауалау йәһәтенән хеҙмәтләндереү өсөн яңы, ҙур бина талап ителде. Ниһайәт, 2016 йылда Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы корпустарының береһе СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең оператив идаралығына тапшырылды. Әле лә шунда уңышлы эшләйбеҙ.
Үткәндәрҙе байҡап, Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге 35 йыл дауамында кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға, Башҡортостанда йәшәүселәргә дауалау-диагностика, ойоштороу-методик, консультация һәм профилактик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән саралар комплексын уҙғара тип әйтә алам. Минеңсә, үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр командаһы быны лайыҡлы башҡара.